1. 213. Һарауыс

213. Һарауыс

Һарауыс.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме, маңлай биҙәүесе.
ХХ быуат башы.
Һарауыс өҫтөнән ҡайһы бер ҡатындар таҫтар ураған, яулыҡ та ябынған. Беренсенән, сәсе, маңлайы ябыулы булған. Икенсенән, ҡашмау кейгән саҡта ҡатын-ҡыҙҙың башына тәңкәләр һәм мәрйендәрҙең даими рәүештә ҡағылып, маҙаһыҙлап тороуҙан һаҡлаған. 
Ғәҙәттә, туй һәм сабый тыуыу йолаларын үтәгәндә бүләк итеп бирелгән. Башҡортостандың Урал аръяғында, көньяҡ-көнсығыш райондарында таралған.
Тәғәйенләнеше буйынса, һарауыс — «кейәүгә сығыу һәм ир ҡатыны, әсә булып үҫешеүенә бәйле йола әйбере».
Закирова Зәкиә Сабирйән ҡыҙы килтергән (1921).