Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ышаныс телефоны – тиҙ психологик ярҙам буйынса бушлай аноним хеҙмәт ул.
Декабрь 17, 2021
Просмотров: 44
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ышаныс телефоны – тиҙ психологик ярҙам буйынса бушлай аноним хеҙмәт ул.
17 декабрь көнө Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары өсөн ошо хаҡта тәрбиәүи сәғәттәр үткәрелде. Уҡыусылар менән телефон буйынса балалар хоҡуғы, төрлө конфликттар, стресс, яңғыҙлыҡ, бәлиғ булмағандарға ҡарата көс ҡулланыу һ.б. темаларға һөйләшенелде, кәңәштәр бирелде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала балаларға ҡарата ҡылынған ҡот осҡос енәйәттәр тураһында йыш ишетәбеҙ. Был үҙәккә шылтыратыусы үҙенең исемен, торған ерен әйтмәҫкә лә хоҡуҡлы. Бөтөн мәғлүмәт – конфеденциаль, һөйләшеүҙәр таратылмай. Ата-әсәләр ҙә 8 800 2000 122 һандарына шылтыратып, балалар менән килеп сыҡҡан аңлашмаусанлыҡтар буйынса кәңәш һорай алаһығыҙ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар хоҡуҡтары боҙолғанын аңлап, ваҡытында ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә өйрәнһен ине.