Мчс хеҙмәткәре менән осрашыу

Декабрь 17, 2021 Просмотров: 64
Көтөлмәгән хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрен беҙ МЧСник тип йөрөтәбеҙ. Исеменән үк күренеп тора, көтөлмәгәндә килеп сыҡҡан хәлдәрҙә был һөнәр эйәләре кешегә ярҙам итә: төрлө тәбиғәт ғәрәсәттәре булһынмы, янғынмы, шартлаумы, катастрофалармы... 
Ҡотҡарыусы һөнәре сағыштырмаса яңы һөнәр һанала. Сөнки элегерәк ҡотҡарыу эштәрен йә янғын һүндереүселәр, йә медицина хеҙмәткәрҙәре, йә полицейскийҙар, йә бөтөнләй доброволецтар башҡарған. Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә бик фәһемле осрашыу булып үтте. Беҙҙең мәктәптең уҡыусыһы, бар яҡтан да һәләтле булған, әлеге көндә Бөрйән районының 73-се янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәре Насыров Илдус Нәҙир улы килде. Ул уҡыусыларға янғын хәүефе, шартлатҡыстар тураһында һөйләне һәм уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Хатта янғын һүндереүселәрҙең кейемдәре менән дә таныштырып үтте. Илдус Нәҙир улы янғын хәүефе, фажиғәле хәлдәр булмаһын ине тип, донъяларыбыҙҙың тыныс булыуын теләне. Был хаҡта һәр саҡ иҫтә тотоуҙарын һәм һәр саҡ уяу булырға саҡырҙы! Илдус Нәҙир улына ошондай фәһемле, тәрбиәүи әңгәмә үткәргәне өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ә уҡыусыларға осрашыу оҡшағандыр тип уйлайбыҙ. Тиҙҙән "Яңы йыл", каникулдар етәсәк, шуға күрә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда,иҫкәртеү еңелерәк. Ут сығыу осрағын күрһәгеҙ -01, кеҫә телефонынан - 112 номерҙарына шылтыратығыҙ!