#ҡоштарғатағараҡтар# конкурсы

Январь 24, 2022 Просмотров: 17
Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар! Улар беҙҙең тормошобоҙҙо матур тауыштары менән биҙәй, тәбиғәтте матурлай, кешеләргә ҙур файҙа ла килтерә. Ҡыш миҙгеле - ҡоштар өсөн ауыр осор, сөнки һалҡындар башланыу менән уларға аҙыҡ табыуы ҡыйын. Ошо ауыр осорҙа беҙ уларға ярҙам итергә һәм һаҡларға бурыслыбыҙ. Йыл һайын үҙ ҡулдарыбыҙ менән ашханалар булдырып ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы ҡыуандырып торабыҙ. Быйыл да был акциянан ситтә тороп ҡалманыҡ. Һәр беребеҙ төрлө-төрлө тағараҡтар эшләп, эстәренә ярмалар, икмәк валсыҡтары, көнбағыштар һалып, мәктәбебеҙ эргәһендә үҫкән ағастарға элеп ҡуйҙыҡ. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ярҙамға мохтаж булғанда ситтә тороп ҡалырға ярамай.