Хеҙмәте барҙың - хөрмәте бар.
Январь 25, 2022
Просмотров: 130
Хеҙмәте барҙың - хөрмәте бар.
Миңә бер көнө Әбделмәмбәт мәктәбенең 8-се синыф уҡыусылары: "Тимурсылар командаһын алып киләбеҙ"-, тип шылтратты. Уларҙан алда 7- се синыфта уҡығандар килеп мине ҡыуандырып утын ярып, ҡар көрәп ҡайтҡайны.
Сәғәт 3-тә көттөм, 4-тә лә көтәм юҡ былар. Килмәҫтәр, хәҙер тиҙҙән ҡараңғы ла төшә, -тип йөрөһәм,теүәл сәғәт 5-тә бөтә синыфтары менән килеп инделәр былар. Дөбөр - шатор утынды өйә лә башланылар.
Даутов Буранбай, Губайдуллин Шайморат сананы ала һалып уға утын тейәй ҙә башланы, Кемдер берәү Зәйнишева Айгөлдө, Мәхмүтова Лиананы ташылған утынды өйөп торорға ҡушты, ә Габидуллин Динис, Хурамшин Батырйән, Хисамитдинова Азалия, Сәйфитдинова Гүзәл, Касимова Алтынай сынйыр булып теҙелеп эшкә тотондолар. Уға тиклем Касимова Алтынай менән Сәйфитдинова Гүзәл,күҙ теймәһен, ҡапҡаның эсен - тышын көрәп тә ҡуйғайны.
Ҡыҙҙар көрәкте ҡулдарына алғас: "Көрәй алырҙармы?-" тигән шик шунда уҡ юҡҡа сыҡты, сөнки көрәк теге ҡыҙҙарҙың ҡулында уйнап ҡына торҙо. Баҡ тиһәң, уларға көрәш буйынса мәктәптә еткән ҡыҙ юҡ икән."Ни эшләп бик һуңланығыҙ? "- тигән һорауыма, уларҙың ҡайһыһы тренировкала, ҡайһыһы репетицияла булғаннын әйтте. Шулай итеп ,ҡараңғы төшмәй ҙә ҡалды, улар бер арба утынды өйөп ҡайтып та китте.
Бер уңайҙан ошо уҡыусыларҙың ата - әсәләренә ҙур рәхмәт әйтәйем. Үҙҙәренә лайыҡлы алмаш үҫтерәләр икән.Шөкөр. ата әсәләр кешенең - хеҙмәттә , ә ҡош ҡанаттарын - осҡанда сыныҡтырғанын, хеҙмәте барҙың - хөрмәте бар икәнен, егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ икәнен, хеҙмәт һөйгән кешенең бөтә заманда ла ҙур бәхеткә эйә булғанын тәрән аңлай икән. Шуға ла бит халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева "...Йәшәү бәхете - илең халҡың өсөн , хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта "- тип яҙған бит.( Әҫәрҙәр.4-се том.Өфө. Китап. 2007,8- се бит).
Уҡыусыларҙың үҙҙәренә лә Аллаһ тағәләнең рәхмәттәре яуһын! Һеҙҙе ошо намыҫ, ошо мин - минлек бер ваҡытта ла ташламаһын. Уҡыуҙа ла, хеҙмәттә лә, сәнғәттә һәм спортта һәр саҡ балҡып янған йондоҙ булығыҙ.
Ата -әсәйҙәрегеҙҙе лә уҙҙырып уңған булып үҫеп уларҙы ҡыуандырып йәшәгеҙ. Әлбиттә мәктәп коллективына ла уҡытыуҙы төрлө яҡлап, ата - әсәләр һәм йәмәғәтселек менән ҡулға -ҡул тотоношоп бергә алып барғанға айырыуса ҙур рәхмәт. Шулай уҡ класс етәксеһе Боҫҡонова Гүзәл Фәтих ҡыҙына ла ҙур рәхмәт! Изгелегегеҙ үҙегеҙгә изгелек булып ҡайтһын.