#МоеНациональноеБлюдо2022 #ФЛЕШМОБ2022

Январь 26, 2022 Просмотров: 57
#МоеНациональноеБлюдо2022 #ФЛЕШМОБ2022
Бөгөн – Башҡортостанда милли аш-һыу көнө.
Башҡорт халҡының милли традицияларға бай аштар әҙерләү оҫталығы бик күптән килә. Күп быуаттарға һуҙылған тарих дауамында милли оригиналь аштар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә генә хас сифаттарҙы әлегә тиклем һаҡлағандар. Уларҙың үҙенсәлеге халыҡ тормошоноң ижтимағи, иҡтисади, тәбиғи шарттарына, уның этник тарихына бәйле. 
Бөгөн 6-сы класс уҡыусылары, ашнаҡсы Нурия апай менән берлектә, милли ризыҡ "Сәк-сәк" бешереү серҙәренә төшөндөләр.
Милли аш-һыу көнөнә арнап үткәрелгән сара йәш быуында халҡыбыҙҙың йолаларына, милли үҙенсәлектәренә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр тип уйлайбыҙ.