Хәрәкәттә – бәрәкәт!

Февраль 1, 2022 Просмотров: 21
#сәләмәт_тәндә_сәләмәт_рух
Шундай девиз менән йәшәй беҙҙең мәктәп.
Бөгөн мәктәп уҡыусылары өсөн хоккей буйынса мәктәп турниры үтте. Иң бәләкәй мәргәндәр эләгә-тәгәрәй туп артынан йүгерһә, 7-11 класс ҡыҙҙары ла уларҙан ҡалышманылар. Уйын бик ҡыҙыу, көсөргәнешле барҙы. Аяҡ салыу, шайбаны оттороу, үтә ташлау, ҡапҡаға гол индереү, шайбаны отоу-бөтәһе лә булды. Бер-бер артлы ҡапҡалар артында “ҡыҙыл ут ҡабыҙҙылар”, көйәрмәндәргә ҡабатланмаҫ тәьҫораттар бүләк иттеләр.
Балаларҙы саф һауала уйнатып, һаулыҡтарын нығытыуға, бер команда булып тупланырға өйрәтеүсе был сара - "Хәрәкәттә – бәрәкәт!" икәнен иҫбатланы.