Тыуған көндәрен билдәләгән коллегаларыбыҙ!
Январь 31, 2022
Просмотров: 45
Әбделмәмбәт мәктәбе коллективы һәм Профсоюз ойошмаһы исеменән ғинуар айында тыуған көндәрен билдәләгән коллегаларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!
Ошо мәктәптең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән һәләтле, талапсан уҡытыусы Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улы; Ағиҙел буйында тыуып-үҫеп, ошо мул һыулы йылғалай һәр ваҡыт тыныс булып ҡала алған бөтмөр педагог, тәжрибәле китапханасы Ғәликәева Мәүлиҙә Зәйнулла ҡыҙы; яҡты йөҙлө, яғымлы, яуаплы ашнаҡсы Шәмиғолова Нурия Рәсүл ҡыҙы; ғүмеренең күп өлөшөн тәгәрмәс өҫтөндә үткәргән ышаныслы водитель Ҡасимов Йәмил Әхәт улы; оҙаҡ йылдар мәктәптә таҙалыҡ-тәртип булдырыусы, ипле һүҙле, егәрле Мәсәғотова Зифа Нәҙир ҡыҙы; йырға маһир, ейәндәренең яратҡан олатаһы, мәрәкәсел Ғәликәев Айҙар Мөҙәрис улы; ижади шәхес, ҡойоп ҡуйған башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғөбәйҙуллина Земфира Ғәлимйән ҡыҙы; ике ауыл мәктәбендә йүгереп йөрөп балаларҙы оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрөүсе, оҫта ҡуллы Яхин Ринат Фазылйән улы; ашханала орсоҡ кеүек зыр әйләнгән, бер юлы әллә нисә эште башҡара алған, етеҙ Мөхәмәтҡолова Фирүзә Радик ҡыҙы; педагогика менән медицина йүнәлештәрен бергә алып барған, мәктәптең генә түгел, ауылдың "штаттан тыш тиҙ ярҙам хеҙмәте" Боҫҡонова Гүзәл Фәтих ҡыҙы; ололарға өмөтлө алмаш, эшкә ихлас Әфләтунов Йәмил Йәүҙәт улы; яңы эш башлап йөрөгән оператив хеҙмәткәр Насырйәнов Илмир Данияр улы кеүек яуаплы кешеләр коллективтың төп таянысы, терәге. Тап ошондай тырыш уңғандар белем усағының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеп, балалар хәүефһеҙ, уңайлы мөхиттә тейешле белем һәм тәрбиә алһын өсөн бар көсөн һала.
Киләсәктә лә бергә-бергә имен-һау эшләргә яҙһын тип теләйбеҙ!