"Интернет селтәрендә берҙәм хәүефһеҙлек"

Февраль 4, 2022 Просмотров: 52
"Интернет селтәрендә берҙәм хәүефһеҙлек" көнө айҡанлы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары өсөн класс сәғәттәре үтте. Егеттәр, ҡыҙҙар Интернет селтәрендә үҙеңде дөрөҫ тотоу, мәҙәниәтле, башҡаларға иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу тураһында һөйләште. Төрлө социаль төркөмдәрҙә ышанысы булмаған, хәүефле мәғлүмәттәрҙән йыраҡ тороу кәрәклекте иҫкә төшөрҙө. Уҡыусылар бернисә социаль төркөмдә үҙ биттәре барлығы раҫланы. Әлбиттә, юғары класс уҡыусылары булараҡ, Интернет селтәрен йыш ҡуллана: белем алыу барышында, дуҫтары менән аралашыуҙа, борсоған һорауҙарына яуап эҙләп. Шулай уҡ, Интернет селтәрендә берҙәм хәүефһеҙлек дәресе тураһында видеояҙмалар ҡарап үттеләр. Класс сәғәте темаһын йомғаҡлап, уҡыусылар бер дөйөм фекергә килде - Интернет селтәрен дөрөҫ ҡулланырға кәрәк!