“Һабаҡташтар менән осрашыу”

Февраль 14, 2022 Просмотров: 198
Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул. Беҙҙең мәктәптә йыл һайын, февраль айының тәүге шәмбеһендә “Һабаҡташтар менән осрашыу” байрамы үткәрелә ине.
Бер яҡтан ҡараһаң, тулҡынландырғыс та, икенсе яҡтан- шатлыҡлы ла байрам бит ул! Күпме ғүмер үтһә лә, мәктәп йылдары бөгөнгөләй күҙ алдында!
Быйылғы йылда ла байрам кисектерелде, ләкин куңелдәрҙе төшөрмәйбеҙ, киләсәк тә барыһы ла яҡшы булырына ышанабыҙ. Киләһе йылдарҙа осрашырға яҙһын!
Сығарылыш класстары тураһында фотолар, мәғлүмәттәр һала башлайбыҙ. Ошо фотоларға ҡарап мәктәп йылдарына ҡайтып, хәтирәләр яңыртып, куңелдәрҙе яңы, ҡыуаныслы кисерештәргә әҙерләй торайыҡ. Һәр кемебеҙ өсөн иң ғәзиз булған мәктәп йылдары һәр саҡ беҙҙең хәтерҙә.
Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша,
Һау бул инде тыуған оябыҙ.
Офоҡтарға ҡарай осор өсөн
Иңдәрҙәт беҙ ҡанат тоябыҙ...