#ФевральБуранАҡҡауырһынтүңәрәгеИлһамҮлемһеҙижад
Февраль 15, 2022
Просмотров: 39
#ФевральБуранАҡҡауырһынтүңәрәгеИлһамҮлемһеҙижад
Ғ.С.Ҡунафин әйтеүенсә ,“Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы балаларҙа дөрөҫ һәм айыҡ ҡараш, ижади һәләт, матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тейешле философ та, тарихсы ла, этнограф та, әҙәбиәтсе лә, фольклорсы ла, музыкант та, хореограф та, артист та, оратор ҙа булырға тейеш. Филология уҡытыусыһы – халыҡ аңының, теленең, халыҡ хәтеренең һаҡсыһы”. Ысынлап та, замана уҡытыусыһы төплө белем биреүҙән тыш, халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, быуаттары дауамында тупланған рухи, матди байлығыбыҙҙы бөгөнгө көнгә яраҡлаштырырға бурыслы. Бөгөнгө көндә бала үҙен эшмәкәр, эҙләнеүсе, тикшеренеүсе, әүҙем ҡатнашыусы, үҙаллы фекер йөрөтөүсе итеп тойорға тейеш. Уның һәләтен күреү һәм үҫтереү, әүҙемлегән арттырыу, берҙәмлек тойғоһы тәрбиәләү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе фаҙанылырға кәрәк. Тап ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотоп, Әбделмәмбәт урта мәктәбендә йәш ижадсыларҙың «Аҡ ҡауырһын” түңәрәге эшләй. Уға бишенсе,алтынсы,етенсе класс уҡыусылары йөрөй. Был түңәрәктә улар шиғыр яҙыу серҙәренә төшөнәләр,журналистика алымдарын өйрәнәләр,билдәле шәхестәргә арналған әҙәби кисәләрҙә,төрлө мәктәп , район һәм республика конкурстарында ҡатнашып,үҙҙәрен һынап ҡарайҙар.Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған бөгөнгө түңәрәк ултырышы ла бик йәнле үтте. Балалар шағирҙың тормош юлы,ижады тураһында күп мәғлүмәт белделәр,шиғырҙарын тасуири уҡынылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.Йәш шағир һәм хәбәрселәребеҙгә артабан да ижади уңыштар теләп,түңәрәк ағзаларының бер шәлкем ижад емештәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.
Ауылыма.
Тыуған ауылҡайым,Ҡыпсағым,
Урман-тауҙар һине урата.
Шаулап үҫкән ҡайын-ҡарағаҙа
Ҡоштар һайрап, күңел йыуата.
Быуат төпкөлөнән килгән данды
Дауам итер беҙҙең быуын да.
Спорт һөйгән, йырға-моңға ғашиҡ
Халыҡ йәшәй минең ауылымда.
Һыуың-тәнгә сихәт,һулар һауаң рәхәт,
Данлай һине ул һәм ҡыҙҙарың,
Тәбиғәтең матур,халҡың батыр,
Ғәзиз төйәгем һин-Ҡыпсағым. (Хәлиуллина Алина,7 класс)
Тышта саф һауа.
Тышта саф һауа
Ул йәнгә дауа.
Ҡарҙан эшләнгән тауҙар
Шыуалар унан ҡыҙҙар.
Мин дә шәп шыуам
Сиремде ҡыуам
Яңы көс йыйып
Мәктәпкә барам ( Ҡарамышева Гөлиә- 5 класс)
Батырмын да, матурмын да.
Атай һымаҡ батырмын мин
Һәм әсәй кеүек матур
Һау-сәләмәт булһаҡ ҡына
Йәшәгән донъя матур!!!( Йәһүҙина Илгизә- 6 класс )
Ҡарҙар яуа.
Матур итеп ҡарҙар яуа
Әллә ҡайҙан еләләр
Ҡыҙҙар һоҡлана уларға
“Ниндәй мөғжизә?!»- тиҙәр
Һәр миҙгелдә бар бит шулай
Һоҡланғыс күренештәр
Улар иҫкәртә кешене-
«Һаҡсыл булығыҙ!”-тиҙәр. (Балғазина Рәлиә, 5 класс )
Теләк.
Их ,батыр беҙҙең егеттәр!
Их ,матур беҙҙең ҡыҙҙар!
Ниндәй эшкә тотонһа ла
Бигерәк тә етеҙҙәр!
Минең һеҙгә теләккәйем:
Тыныс булһындар көндәр,
Матур ҡыҙҙарҙың һағында
Торһон ҡыйыу егеттәр! ( Ҡарамышева Зилиә, 7класс )
Ҡыш.
Ябалаҡлап ҡарҙар яуа,
Әйтерһең дә мамыҡтар!
Ҡар яуғанда ҡыҙҙар уйнай-
Яһайҙар ҡар бабайҙар.
Ә эргәлә -ҡупшы шыршы
Уға эленгән шарҙар,
Рәхәтләнеп ял итәбеҙ
Эйәбеҙ һырғалаҡтар!!! (Шәмиғолова Айсулпан ,6класс)