Зарница – 2022!

Февраль 18, 2022 Просмотров: 36
Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Зарница – 2022!» хәрби - спорт уйындары старт алды. Йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был ярыштарҙа мәктәп уҡыусылары кластар араһында көс һынашасаҡ. Кисә 1 – 4 кластар араһында күңелле эстафеталар, медицина өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар, саңғы ярышы, мина эҙләү һәм тауға еңеү флагы артынан үрләү кеүек ярыштар менән башланып китте "Зарница-2022!".
Алда әле кластарҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм көсөргәнешле уйындар көтә.
Барыһына ла уңыштар теләйек!