«Афған ере – йөрәк яраһы!»

Февраль 17, 2022 Просмотров: 54
Афған ере... һуғыш...
Ҡыҫылалыр һулыш...
Ошо һүҙҙәр иҫкә төшкәндә.
Йәшлегемдең иң ҡырыҫ йылдары
Уҙҙы минең ошо ерҙәрҙә.
Һуғыш, һуғыш...
Кемгә һуңғы һулыш...
Кемдер ғәрип, ҡулһыҙ-аяҡһыҙ.
Күпме ҡайғы, күпме ҡанлы йәштәр
Ҡойолдо был ергә, һанауһыҙ...
Бөгөн мәктәбебеҙҙә «Афған ере – йөрәк яраһы!» тип исемләнгән, Афған һуғышы яугирҙәре Ҡасимов Радик Нуритдин улы, Алтыншин Әхнәф Әбдразаҡ улы һәм Сырлыбаев Нурғәле Ғәбдинур улы менән фәһемле класс сәғәттәре үткәрелде.
Килгән яугирҙарыбыҙҙың фәһемле сығыштары тәьҫирендә уҡыусылар бынан 31 йыл элек булып үткән ваҡиғалар солғанышында ҡалды. Тын да алмай ветерандарҙың һәр һүҙен йотлоғоп тыңланылар. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, яуаптар алып ҡәнәғәтләнделәр.
Класс сәғәттәренән һуң Әхнәф Әбдразаҡ улына, Радик Нуритдин улына рәхмәт әйтеп, иҫтәлеккә бүләктәр бирелде.
Хөрмәтле афғансы-интернационалистар! Һеҙҙе–совет һуғышсыларының Афған еренән сығарылған көнөгөҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Берәүҙең дә һеҙҙең алға ҡуйылған бурыстың намыҫ менән үтәлеүен оноторға һәм уны ҡаралтырға хаҡы юҡ. Ул ваҡытта алған тән һәм йән яраларығыҙ шул мәхшәрле көндәрҙең үткәненә бер иҫтәлек кенә булһын. Улар ҡабаттан яңырмаһын, һуғыш афаты күрмәйенсә, имен донъяларҙа тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын ине.