23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө!

Февраль 24, 2022 Просмотров: 41
23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө . Был байрам һәр ерҙә лә билдәләнә. Атайҙарға, Ватан һаҡсыларына арналған төрлө байрам кисәләре, һалдаттар менән осрашыуҙар, хәрби уйындар ойошторола.
Башланғыс класс уҡыусылары ла бөгөн, һалдат бутҡаһы ашаған ағайҙары менән осрашыу үткәрҙеләр.Шәмиғолов Иштуған, Сөләймәнов Айбулат һәм Ғәлиәкбәров Владик ағайҙары үҙҙәренең һалдат тормошо, ҡыҙыҡлы хәлдәре тураһында һөйләп үттеләр.Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар.
Хөрмәтле атайҙар, ҡәҙерле малайҙар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар, ғаилә именлеге һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.