"Батыр егет - ил күрке"

Февраль 24, 2022 Просмотров: 68
Бөгөн беҙҙең мәктәптә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Батыр егет - ил күрке" тип исемләнгән хоккей уйыны үтте. Ярышта атай - олатайҙарға һәм ағайҙарға ҡаршы, уҡыусылар командалары ҡатнашты.
Хоккей - ысын ирҙәр уйыны, тигәндәре хаҡтыр. Ысынлап та, ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы: кемдер ҡаты боҙҙа ҡолап та алды, икенселәр сәмләнде, бәғзеләре ҡаршы яҡта “ут” тоҡандырҙы. Көйәрмәндәрҙең әүҙем булыуы уйынсыларға дәрт -дарман өҫтәне. 
Спортҡа битараф булмаған, сәләмәт тормош алып барған атай-олатайҙарыбыҙға “афарин” тип әйтәһе генә ҡала.