Тыуған көндәрен билдәләүсе хеҙмәттәштәребеҙ!

Февраль 28, 2022 Просмотров: 59
Ҡыштың иң ҡыҫҡа айында тыуған көндәрен билдәләүсе хеҙмәттәштәребеҙҙе ғүмер байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Йәмле Күгәрсен еренән килеп, балаларға рус теле һәм әҙәбиәте нигеҙҙәрен төшөндөрөүсе Ижбаева Гәүһәр Сәлихйән ҡыҙы үҙен тәүге көндәрҙән үк тәжрибәле педагог итеп танытты. Коллективта тиҙ үҙ кешегә әйләнде.
Әлеге көндә декрет ялында булған биология уҡытыусыһы Шәрипова Гүзәлиә Ринат ҡыҙы ла тап февраль айында тыуған. Тыныс, ипле холоҡло, үҙ фәнен яратҡан Ҡыпсаҡ килене матурлыҡ ярата, күпләп гөлдәр үҫтерә.
Уларға ныҡлы һаулыҡ, күңел бөтөнлөгө, һүрелмәҫ дәрт-дарман теләйбеҙ.