«Әлифба» байрамы
Март 1, 2022
Просмотров: 57
Бөгөн беренселәр «Әлифба» байрамын үткәреп ебәрҙеләр. Байрамда беренсе класс уҡыусылары үҙҙәренең алған белемдәрен күрһәттеләр, шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, бейенеләр, йомаҡ ҡойҙолар. “Шалҡан” әкиәтен сәхнәләштерҙеләр. Әлифбаға уҡыусылар рәхмәт әйттеләр, теләктәр теләп икенсе йылға киләһе беренсе кластарға килеүен теләп ҡалдылар. Кисәгә ата-әсәләрҙә саҡырылғайнылар. Кисәнән барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып таралыштылар.