"Аманат" журналының баш мөхәррире Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы менән осрашыу
Март 9, 2022
Просмотров: 107
4-се март көнө беҙҙең мәктәптә "Аманат" журналының баш мөхәррире Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы менән осрашыу булып үтте. Осрашыу 1-се класс уҡыусыларының дәртле бүләк - йыр менән башланып китте. Артабан Сәлмән Шакирйән улы уҡыусылар менән йәнле әңгәмә ҡорҙо, бик фәһемле, тәрбиәүи йәһәттән файҙалы фекерҙәре менән бүлеште. Әңгәмә барышында әүҙем уҡыусылар "Аманат" журналының бүләктәрен алып ҡыуандылар. Ә иң әүҙемдәре "Аманат" журналының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр. Мәктәбебеҙҙең 3-сө класс уҡыусыһы Зәйнуллин Сынтимер "Яҙыл да бүләк от!" конкурсында ҡатнашып бүләк отһа, ә Үтәбаев Ихсан "Башҡортостан беҙҙән башлана" исемле шиғриәт бәйгеһендә еңеүсе булып танылды. Афарин уҡыусылар! Осрашыу уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла бик ныҡ оҡшаны. Ошондай йәнле, фәһемле осрашыу бүләк иткәне өсөн Сәлмән Шакирйән улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!