Боҙ майҙансығын ябыу байрамы

Март 18, 2022 Просмотров: 21
#сәләмәт_тәндә_сәләмәт_рух
#ТрезвоеСело #АйыҡАуыл2022
#Абдулмамбетово #Әбделмәмбәт #Ҡыпсаҡ
#Курултай #Ҡоролтай

Бөгөн Әбделмәмбәт урта мәктәбендә боҙ майҙансығын ябыу байрамы үтте. Уҡытыусылар, уҡыусылар берҙәм генә йыйылғас та байрам башланып китте. Күңелле музыка, шау - гөр килеп уйынсылар өсөн янып-көйгән көйәрмәндәр, барыһы ла булды. Уйынды иң беренсе булып малайҙар менән ҡыҙҙар асып ебәрҙеләр. Артабан уҡытыусылар менән ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡыҙыу сәкән һуҡтылар. Уҡыусылар өсөн иң күңелле матч, уҡытыусы ағай-апайҙары менән булғандыр. Буллит уйынында Гүзәл Фәтих ҡыҙына етеүсе булманы. Ҙур хоккей майҙанында уйнаған супер хоккеист булмаһаҡ та, үҙ майҙансығыбыҙ булыуына беҙ бәхетле. Ошо майҙансыҡҡа йылда үҙ көстәрен түгеүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай итеп, спорт һөйөүселәргә Афарин ғына тиергә ҡала.