Мәктәп_урмансылыгы
Апрель 25, 2022
Просмотров: 54
#мәктәп_урмансылыгы
Ял көндәрен Әбделмәмбәт мәктәбенең 8-11- се класс уҡыусылары бик файҙалы итеп үткәрҙҽ. Улар ағас ултыртыу йәки урман таҙартыу өмәләренә генә йөрөп үҙ-үҙҙәрен төрлө яҡлап аса. "Үҙән" мәктәп урмансылығы агитбригада төҙөп, ағас ултыртыу эшен алып барҙы. Мәктәп урмансылыҡтарында шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың төп маҡсаты– уҡыусыларҙа экологик тәрбиә, тыуған ергә, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм, әлбиттә, буласаҡ урмансыларҙы үҫтереү, әҙерләү. Йәш урмансылар ултыртҡан ағастар үҫеп киләсәк быуынға аманат буласаҡ. Урмансылыҡта шөғөлләнгән балаларҙың барыһы ла, бәлки, урмансы һөнәрен һайламаҫ, әммә улар һәр ваҡыт тәбиғәтте яҡлаусы, һаҡлаусы кешеләр булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.