Сығарылыш уҡыусыларыбыҙ
Июль 5, 2022
Просмотров: 24
Бөгөн яҡты, ҡояшлы, йәмле июнь айының ғәҙәттәге бер көнө. Ошо ғәҙәттәге аяҙ көн кеше ғүмеренең онотолмаҫ, иҫтәлекле бер ваҡиғаһы булып, күптәрҙең күңелендә иҫтә ҡалыр. Сығарылыш уҡыусыларыбыҙ өлгөргәнлек аттестаты алып, мәктәптә үҙ эҙҙәрен ҡалдырып, оло тормош юлына аяҡ баҫалар.
Ҡәҙерле ун беренселәрем! Уҡыу дәүерендә һеҙ гел алдынғылар рәтендә булдығыҙ. Предмет олимпиадаларында, спорт ярыштарында, үҙешмәкәр сәнғәт конкурстарында призлы урындар яуланығыҙ! Беҙҙең малайҙар барлыҡ сараларҙа – волейбол, баскетбол, саңғы, ГТО, хәрби марш һәм башҡа ярыштарҙың еңеүсеһе тип танылды. Ә ҡыҙҙар, спорттан тыш, ҡул эштәре буйынса һәм башҡа төрлө ижади түңәрәктә мәктәп намыҫын яҡланы. Барығыҙ ҙа берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡыуандырҙығыҙ. Афариндар!!!
Һеҙҙе алда ҙур һынауҙар, үҙаллы тормош юлы көтә. Әлегә иң мөһим, хәл иткес баҫҡыс алдында тораһығыҙ. Бер ниндәй ауырлыҡҡа ҡарамайынса, алдығыҙға ҡуйған маҡсатығыҙға ҡыйыу атлағыҙ.
Барлыҡ сығарылыш уҡыусыларына һаулыҡ, сабырлыҡ һәм бәхетле киләсәк теләйбеҙ. Күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын, аҡ юл һеҙгә!