Робоһабантуй-2022
Июнь 8, 2022
Просмотров: 13
3, 4 июнь көндәре Шүлгәнташ ҡурсаулығының музей-экскурсия биләмәһе балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Бында традицияға әйләнгән Робоһабантуй-2022 үтте. Белорет, Абҙаҡ, үҙебеҙҙең Исламбай, Яңы Усман, Әбделмәмбәт, Иҫке Собханғол мәктәптәренән йыйылған әүҙем спортсылар төрлө ярыштарҙа көс һынашты. Күп балалар ошо бәйгеләрҙә төрлө еңеүҙәр яулап, спонсорҙар әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәргә эйә булды. Ашнаҡсы апайҙар тәмле һыйланы, вожатыйҙар күңелле уйындар ойошторҙо, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре мәмерйәгә бушлай сәйәхәт үткәрҙе. Судьяларҙың теүәл эше бер ниндәй бәхәскә урын ҡалдырманы. Әлбиттә, ярыштың төп ойоштороусылары булып Әбделмәмбәт мәктәбе торҙо. Йәмле тәбиғәт ҡосағындағы сәмле ярыштарға хатта илаҡ ямғырҙар ҙа ҡамасаулай алманы. Ойоштороусыларҙың һәм ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.
Ш. Ғәликәев.
Ш. Ғәликәев.