Туристик слёт

Июнь 8, 2022 Просмотров: 33
8 июнь Шүлгәнташ ҡурсаулығы райондың тәбиғәткә ғашиҡ уҡытыусыларын туристик слетҡа йыйҙы. Элекке заманда гөрләп торған слеттарҙы кире тергеҙеү маҡсатында ойошторолған был байрамды хатта бер туҡтамай һибәләгән ямғыр ҙа боҙа алманы. "Визитка", "Ҡаршылыҡтар һыҙаты", "Арҡанды бәйләү ысулдары" этаптарында 4 команда араһында Әбделмәмбәт мәктәбе гран-при яуланы. Ғүмере буйы Ағиҙел буйлап сплавтар ойоштороп, нисәмә быуын уҡыусыларҙа тәбиғәткә мөхәббәт тәрбиәләгән Маликов Рәил Фәруҡ улының бай тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы, ярышта баш судъя булыуы бөгөнгө бәйгегә оло мәртәбә өҫтәне. Барыһы ла Шүлгәнташ ҡурсаулығы әҙерләгән матур бүләктәр алып ҡыуанды.
Киләсәктә был хәрәкәт тағы ла көсәйеп, балалар ҙа ошо йүнәлешкә күберәк ылығыр тип өмөт итәйек. Сөнки, кеше-тәбиғәт балаһы.
Ш.Ғәликәев.