Август кәңәшмәһе

Август 29, 2022 Просмотров: 36
Уҡытыусы халҡы, ғәҙәттә, йыл буйы эшләгән эштәренә йәй аҙағында йомғаҡ яһай. Киләһе йылға ориентирҙар билдәләй, уңыштарын барлай. Август кәңәшмәһендә беҙҙең мәктәптән Артур Зәйнетдин улы һәм Айгөл Рафаэл ҡыҙы һөҙөмтәле эштәре өсөн лайыҡлы баһа алдылар. Айгөл Рафаэл ҡыҙы мәғариф өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Бөрйән районы Мәғариф бүлегенең маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнһә. Ә Артур Зәйнетдин улы Бөрйән районы хакимиәте башлығы исеменән уҡыу һәм тәрбиә өлкәһендә күрһәткән уңыштары өсөн Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Уларға һәм барлыҡ коллективҡа быйыл да имен-аман, емешле эшләргә яҙһын тип теләйек. Донъялар тыныс торһон да һаулыҡ булһын.