#МиллиКейемКөнө2022
Сентябрь 9, 2022
Просмотров: 8
#учусьвнациональномкостюме
#милликейемдәуҡыйбыҙ
#МиллиКейемКөнө2022
#ДеньНациональногоКостюма2022
Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә Милли кейем көнө үтте.
Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Халыҡтың йәшәү рәүеше, көнкүреше, рухи донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла борон кешегә бер ҡараш ташлап ҡына уның ниндәй милләттән икәнен асыҡлап булған. Милли кейем көнө уңайынан беҙ ауылыбыҙҙың "Үҙән" фольклор ансамблен класс сәғәттәренә саҡырҙыҡ. Инәйҙәребеҙ уҡыусыларҙа башҡорт милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тойғоһон уяттылар һәм милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә икәнлегенә төшөндөрҙөләр. Булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаны юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!