Беҙҙекеләр Өфөлә!

Сентябрь 23, 2022 Просмотров: 18
Беҙҙекеләр Өфөлә!
23 сентябрь, мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәре өсөн "Гонка героев" республика ярышы. Район намыҫын яҡлап сығыш яһаған егеттәр 63 команда араһында лайыҡлы 10-сы урын яуланы. Ошо команда составында Ҡыпсаҡтан 4 егеткә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Команда лидеры Дауытов Рәсих, "Урман һабантуйы-2022" еңеүсеһе Ҡарамышев Илнур, Ғәликәев Шәфҡәт һәм Насырйәнов Илмир дөйөм еңеүгә тос өлөш индерҙе. Спортсыларға һаулыҡ теләйбеҙ.