Һәр кем үҙенең тыуған яғы менән ғорурлана
Сентябрь 27, 2022
Просмотров: 15
Һәр кем үҙенең тыуған яғы менән ғорурлана. Ул кешегә матур ҙа, күркәм дә булып күренә. Ҡайҙа ғына булмаһын, кеше үҙ ерен һағына. Кешеләр тыуған ерҙәре, һыуҙары тураһында бик күп йырҙар ижад иткән. Кеше тыуған ерен яратып ҡына ҡалмай, уның йәмен арттыра, байлыҡтарын да, тәбиғәтен дә һаҡлай.
Йыл һайын уҡыу башында көҙгө экскурсияны балалар көтөп ала. Быйыл да беҙ 8-се класс уҡыусылары менән Аҡбейек тауына барҙыҡ.
Тәбиғәттең байлығы, матурлығы, сихри ғорур тауҙары, мул һыулы йылғаһы, саф һауаһы беҙгә көс, дәрт бирҙе.
Тау башынан тирә-яҡ тәбиғәткә һоҡландыҡ, өйҙән алып килгән тәмлекәстәр менән һыйландыҡ.
Экскурсия барыһына ла бик оҡшаны!