Ғәлин Илшат Әсҡәт улы иҫтәлегенә волейбол буйынса районы турниры

Ноябрь 12, 2022 Просмотров: 20
12 ноябрь Ҡыпсаҡ мәктәбенә мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды. Украинала хәрби операцияла һәләк булып ҡалған ауылдашыбыҙ Ғәлин Илшат Әсҡәт улы иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында волейбол буйынса районы турниры гөрләне. Бөтәһе 5 команда саҡырылған ине. Спорт байрамын тантаналы асҡандан һуң, сәмле ярыштар башланып та китте. Көнө буйы барған көсөргәнешле уйындарҙа спортсылар бер-береһен ҡеүәтләп һөрәнләне, еңеү өсөн бар көсөн һалды. Ашнаҡсылар әҙерләгән тәмле аштар, ихлас һәм теүәл ойоштороусылар, дәртле музыка - барыһы ла турнирҙың юғары кимәлдә үтеүен тәьмин итте. Иң мөһиме, был ярыштарҙа береһе лә буш ҡайтманы :махсус эскиз буйынса эшләнгән кубок-миҙалдар үҙ эйәләрен тапты. Лайыҡлы беренсе урынды яулаған "Фурҡан" командаһы алтын миҙалдар һәм күсмә кубок менән бүләкләнде. Икенсене "Шүлгән" эләктерҙе. Бронза миҙалдарҙы "Факел" волейболсылары таҡты. Иң оҫта күтәреүсе Шәрипов Әғләм ағай, иң яҡшы һөжүм итеүсе Ҡасҡынбаев Байрас һәм иң күп балл йыйған Быков Евгений махсус кубокка лайыҡ булды. Бөтәһе лә турнирҙың юғары кимәлдә үтеүен билдәләне. Был ярыштарҙы традицион рәүештә йыл һайын үткәрергә тигән уй менән, күтәренке кәйефтә таралыштыҡ.