Йылдың хужаһы "Аждаһа" һынын эшләү буйынса конкурс
Декабрь 30, 2023
Просмотров: 34
Яңы йыл байрамы алдынан кластар араһында ата-әсәләр менән берлектә ҡарҙан быйылғы йылдың хужаһы "Аждаһа" һынын эшләү буйынса конкурс иғлан ителгәйне. Уҡыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм дә класс етәкселәренең ярайһы уҡ ижади шәхестәр икәнлегенә инандыҡ. Мәктәп алдында ниндәй генә аждаһалар юҡ! Барыһына ла күңел йылыһы, ҙур оҫталыҡ, ихласлыҡ һалынған. Үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған матурлыҡ күпкә ҡәҙерлерәк икәнен яҡшы төшөнә хәҙер уҡыусылар. Һындар эшләргә килеүсе барлыҡ ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Киләсәктә лә дәрттәрегеҙ, ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен тип теләйбеҙ!
Киләсәктә лә дәрттәрегеҙ, ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен тип теләйбеҙ!