Милли кейем көнө
Сентябрь 10, 2021
Просмотров: 69
"Мин башҡорт кейемендә! "
Башҡорт милли кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем — халыҡтың быуаттар буйына, бик аҙ ғына үҙгәрештәр кисереп, һаҡланып килгән ҡомартҡыһы. Кеше үҙенең күңел донъяһын, кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытайыҡ тигән маҡсатта Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары ла был сарала ихлас ҡатнаштылар.