«Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция»
Ноябрь 22, 2021
Просмотров: 78
1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан «Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция» ҡабул ителә. Беҙҙең илдә ул 1990 йылда үҙ көсөнә инә. Һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм балиғ булмағандар өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу төп мәсьәлә булып тора. Өлкәндәрҙең бурысы – балаларҙың әхлаҡи торошон, белем алыуын, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген хәстәрләү, йәмғиәттең насар йоғонтоһонан һаҡлау, шулай уҡ йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын тәьмин итеү.
Һәр кемдең белем алыуға, дауаланыуға, социаль ярҙам алыуға, ғаиләлә тәрбиәләнергә һәм башҡа күп хоҡуҡтары бар. Әлбиттә, бурыстар ҙа барлығын оноторға ярамай. Ҡанундарҙы үтәргә, башҡаларҙы ла ихтирам итергә, хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙмаҫҡа тейешбеҙ - тигән маҡсатта Халыҡ-ара бала хоҡуҡтарын яҡлау көнө айҡанлы, Әбделмәмбәт мәктәбендә лә класс сәғәттәре ойошторолдо. Беҙ ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың тотош бала сағы бәхетле мәлдәрҙән генә торһон ине, тип теләйбеҙ.