Гәзит - журналдарға яҙылайыҡ, алдырайыҡ, уҡыйыҡ!!!
Ноябрь 22, 2021
Просмотров: 112
Хәҙерге заманда киң мәғлүмәт сараларынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар, интернет көн һайын һуңғы яңылыҡтар, төрлө ваҡиға тураһында хәбәр итә.
Традицион рәүештә, гәзит - журнал мәғлүмәт биреү, фекер алышыу өсөн үҙенсәлекле күпер ролен үтәй. Улар шулай уҡ берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итеп, әхлаҡи йүнәлеш биреп, йәмәғәт фекерен булдырыусыларҙы берләштерә.
Бөгөн беҙҙең мәктәбебеҙҙә башланғыс кластар араһында матбуғат айлығына арналған "Белеме бар-хур булмаҫ" тип исемләнгән викторина үткәрелде. Уҡыусыларға "Аҡбуҙат", "Аманат" журналдары, "Йәншишмә" гәзите тураһында һорауҙар бирелде, йомаҡтар сиселде, көләмәстәр һөйләнде. Хатта матбуғатҡа, гәзит-журналдарға ҡағылышлы шиғырҙар ҙа яҙылды. Уҡыусылар бик әүҙем ҡатнаштылар.