Робоһабантуй

Ноябрь 30, 2021 Просмотров: 54
Төнәгөн һабан туйында булып ҡайттым әле. Ҡыш өҫтөндә ниндәй һабантуй ул тиһегеҙме? Була икән шул, туйҙың да ниндәйе бит әле, роботтар һабантуйы! Ҡана, баштан төшәйем улайһа...

26 ноябрь Әбделмәмбәт мәктәбе иртә менән, кейәүгә сығырға йыйынған ҡыҙҙай биҙәнеп-яһанып, ҡунаҡтар ҡаршыларға әҙерләнә ине. Башҡорттоң йолаһына ярашлы халҡымдың ҡунаҡ ҡаршылау, ҡунаҡ һыйлау кеүек күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен шартына килтереп үтәргә өйрәнгән был мәктәп. Шулай булмайса, райондың төрлө ауылдарынан береһенән-береһе ғәййәр, көрәштә лә уҙышта ла ал бирмәгән батырҙар, ҡупшылығы менән һушты алыр һылыуҙар, тапҡырлыҡта сәсәндәр менән тиң тороп майҙан тотор оҫта роботтар йыйылған бит бында. Тәжрибәле һынсылар әле ярыштар башланмаҫ борон уҡ роботтарға күҙ һалып, быйыл кемдәрҙең беренсегә сығасағын тоҫмаллай. Мәктәп етәкселеге мәртәбәле сараны тантаналы рәүештә асып старт биргәндән һуң, байрам ҡыҙып та китте. Техникаға ғашиҡ 60-ҡа яҡын уҡыусы, уларҙы дәртләндереп көс-ҡеүәт биреп тороусы етәкселәре ярыштарҙың төрлөһөндә көс һынашты. Йәнһеҙ роботтар тимәҫһең, хәс тә ысын кеше һымаҡ көрәш майҙанында ғәйрәтлектә һынау тотто, арҡан да тартышты, көршәк тә ватты, хатта, командаларға тупланып футбол да уйнаны. Һабантуйҙың иң ҡыҙыу мәле булып әлеге туп тибеү уйыны һәм күмәк роботтарҙың бер юлы төрлө ҡаршылыҡтар ҡуйылған трасса буйлап А нөктәһенән Б нөктәһенә тиклем уҙышыуы булғандыр. Тамашасылар үҙҙәренең “спортсылары” өсөн ихлас көйҙө, кемуҙарҙан һөрәнләне.

Ғәҙел судьялар ярыштарҙы теүәл һәм таҙа итеп ойоштороуҙары менән айырылып торҙо. Шулай уҡ, волонтерҙарҙың алсаҡ һәм яғымлы мөғәмәлә итеүҙәре ҡунаҡтар күңеленә хуш килде. Тәмле һыйһыҙ ниндәй һабантуй булһын инде: ашнаҡсы апайҙар әҙерләгән аштар телеңде йоторлоҡ ине.

Ярыш булғас, еңеүсеһе лә еңелеүсеһе лә була, яҡшы әҙерлекле сос роботтар хужаларына төрлө еңеүҙәр килтерҙе. Еңеүселәр миҙал-дипломдар һәм район мәғариф бүлеге әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды. Һөйөнөстән йырылған ауыҙҙар, юғары сөйөлгән танауҙар, мут йылтыраған күҙҙәр балаларҙың үтә лә ҡәнәғәт булыуҙары тураһында һөйләй ине.

Робоһабантуйҙың төп маҡсаты-тәжрибә уртаҡлашыу, балаларҙың үҙ-ара аралашыуы, районда тәүге аҙымдарын яһап үҫеп килеүсе робототехника хәрәкәтенә ынтылыш биреү ине, һәм был бурыстар тулыһынса үтәлде тиергә була. Ҡунаҡтарҙың рәхмәт һүҙҙәре ошоно дәлилләй.

Әлбиттә, тажзәхмәтән һаҡланыу сараларын теүәл үтәп, санитар нормалар етди контролдә булды.

Киләсәктә лә бындай саралар булып торһон, балаларҙы ижади фекерләүгә, теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, иң мөһиме, замандан алда барырға өйрәткән робототехника хәрәкәте тормошто сағыу һәм уңайлыраҡ итһен тигән теләктә ҡалабыҙ. Һүҙемде йомғаҡлап, роботтар беҙҙең менән түгел, ә беҙ роботтар менән идара итәйек.

Шәфҡәт Ғәликәев. Ноябрь 2021 йыл.