"Йыл уҡытыусыһы-2021"
Ноябрь 30, 2021
Просмотров: 40
29 ноябрь Әбделмәмбәт мәктәбенең Ҡолғана филиалында "Йыл уҡытыусыһы-2021" конкурсының мәктәп этабы үтте. Ҡолғана мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Шәрипова Розалия Фаил ҡыҙы, Килдеғол мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исхаҡова Рәсилә Мөҙәрис ҡыҙы һәм Әбделмәмбәт мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғөбәйҙуллина Земфира Ғәлимйән ҡыҙы 3 турҙа: визитка, оҫталыҡ класы һәм түңәрәк өҫтәл конкурстарында һынау тотто. Яҡшы әҙерләнгән конкурсанттар жюриға һәм тамашасыларға тын алырға ла бирмәне, һәр береһе үҙенсә әсир итте. Йыр-бейеүҙәр менән аралаш ойошторолған конкурста Розалия Фаил ҡыҙы 3, Земфира Ғәлимйән ҡыҙы 2, Рәсилә Мөҙәрис ҡыҙы 1 урынға лайыҡ тип табылды. Конкурсты ойошторған Ҡолғана мәктәбенә рәхмәт белдереп, Рәсилә Мөҙәрис ҡыҙына артабан тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.