Һөҙөмтәле һәм фәһемле осрашыу

Ноябрь 22, 2022 Просмотров: 82
Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә бала хоҡуҡтарын яҡлау көнө айҡанлы, 5-11 класс уҡыусылары өсөн фәһемле сара ойошторолдо. Сараға Бөрйән районының бәлиғ булмағандарҙың эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһының яуаплы секретары Флүзә Рәис ҡыҙы һәм ғаилә үҙәгенең юрисы Ольга Ғәле ҡыҙы саҡырылғайны.
"Һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм балиғ булмағандар өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу төп мәсьәлә булып тора. Өлкәндәрҙең бурысы – балаларҙың әхлаҡи торошон, белем алыуын, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген хәстәрләү, йәмғиәттең насар йоғонтоһонан һаҡлау, шулай уҡ йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын тәьмин итеү, беҙҙең төп бурысыбыҙ",- тине белгестәр.
Эйе, һәр кемдең белем алыуға, дауаланыуға, социаль ярҙам алыуға, ғаиләлә тәрбиәләнергә һәм башҡа күп хоҡуҡтары бар. Әлбиттә, бурыстар ҙа барлығын оноторға ярамай.
Сара һуңынан ауыр хәлле ғаиләләргә рейд үткәрелде.
Шулай итеп, ҡанундарҙы үтәргә, башҡаларҙы ла ихтирам итергә, хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙмаҫҡа тейешбеҙ. "Беҙ ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың тотош бала сағы бәхетле мәлдәрҙән генә торһон ине, тип теләйбеҙ"!

Г. Ҡасимова Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы.