Ҡумыҙ — кешенең эске донъяһын дауалай

Ноябрь 25, 2022 Просмотров: 134
Бөгөн беҙҙең мәктәбебеҙҙә ҡумыҙ оҫтаһы Вәлиев Рәмил Зиннур улы ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Балалар ҡумыҙ сәнғәте, ҡумыҙ төрҙәре һәм нескәлектәре менән танышты. «Ҡумыҙ — кешенең эске донъяһын дауалай, яҡтырта, йәшәүгә көс, дәрт өҫтәй, рух ныҡлығы бирә», — ти Рәмил Зиннур улы. Нисек оҫта итеп ҡумыҙ уйнарға өйрәнеү серҙәре менән ихлас бүлеште һәм төрлө ҡумыҙҙарҙа уйнау алымдарын күрһәтте. Балалар ҙа ҡумыҙ уйнап ҡараны. Осрашыуҙан һуң дәртләнеп, илһамланып ҡайтты улар.