Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада

Январь 17, 2023 Просмотров: 99
Һәр йылдың ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәреү күптән матур традицияға әйләнде. Ул ярыш ҡына түгел, ә туған телде өйрәнеүселәрҙең, фекерҙәштәрҙең ҡоро, туған тел һәм рухиәт байрамы булып хәтерҙә ҡала. Быйыл ошо мәртәбәле ярышта беҙҙең мәктәптән ике уҡыусыға,10 кластан Билалов Сынтимергә,11 кластан Билалов Баязитҡа,ҡатнашыу бәхете тейҙе. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен күрһәтте, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүҙәрен иҫбатланылар һәм Билалов Сынтимер "Маҡсатҡа ынтылыш" номинация еңеүсеһе тип бүләкләнде. Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың киләсәктә тел йәки әҙәбиәт менән бәйле һөнәр һайламауы ла бар, әммә иң мөһиме: улар тыуған иленең, теленең ысын патриоттары.