"ҠЫШҠЫ ҒАИЛӘ УЙЫНДАРЫ - 2023"
Январь 13, 2023
Просмотров: 66
Бөгөн беҙҙең мәктәптә "Ҡышҡы ғаилә уйындары-2023" район этабы үткәрелде. Был сәмле ярышта Иҫке Собханғолдан Иманғоловтар, Байназарҙан Маликовтар, Әбделмәмбәттән Ҡарамышевтар, Яңы Собханғолдан Шәрәфутдиновтар һәм Ағиҙел ҡасабаһынан Сатваловтар ғаиләләре ҡатнашты. Спортсылар сәкән һуҡты, эстафетала йүгерҙе, һәр ҡайһыһы еңеү өсөн бар көсөн һалды. Шулай итеп, 1 урынды Ҡарамышевтар ғаиләһе яуланы. Ярышта ҡатнашыусыларға диплом һәм бүләктәр тапшырылды. Тағы ла, Ләйсән Шәкирйән ҡыҙы "Берҙәм Рәсәй" партияһынан иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләне. Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, артабан да спорт менән дуҫ булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ. Ә Ҡарамышевтар ғаиләһенә республика кимәлендә лә уңыштар юлдаш булһын! Афарин!