Башҡорт халҡының милли традицияларға бай аштар әҙерләү оҫталығы

Январь 27, 2023 Просмотров: 46
Башҡорт халҡының милли традицияларға бай аштар әҙерләү оҫталығы бик күптән килә. Күп быуаттарға һуҙылған тарих дауамында милли оригиналь аштар барлыҡҡа килгән, улар үҙҙәренә генә хас сифаттарҙы әлегә тиклем һаҡлағандар. Уларҙың үҙенсәлеге халыҡ тормошоноң ижтимағи, иҡтисади, тәбиғи шарттарына, уның этник тарихына бәйле. 
Бөгөн 6-сы класс ҡыҙҙары, милли ризыҡ "Сәк-сәк" бешереү серҙәренә төшөндөләр.
Милли аш-һыу көнөнә арнап үткәрелгән сара йәш быуында халҡыбыҙҙың йолаларына, милли үҙенсәлектәренә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр тип уйлайбыҙ.