27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө.
Январь 27, 2023
Просмотров: 89
27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 79 йыл элек был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында был көн тәрән эҙ ҡалдырған. Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән.
Был көндө уҡыусылар, һыуыҡҡа, аслыҡҡа, михнәттәргә, бомбёжкаларға бирешмәй Еңеүҙе яҡынайтыусы ҡала һаҡсыларының ҡаһарманлыҡтары, батырлыҡтары, рухтарының нисек көслө булыуҙарын иҫкә алды. Уҡыусылар Ленинградта көнөнә бирелгән икмәк нормаһын күрҙеләр, үҙҙәренең тиҫтере, ябай ҡыҙ бала Таня Савичевеның әсе яҙмышы һәм уның йән өшөткөс көндәлегендәге яҙыуҙарҙы белделәр. “Миллионлаған ҡорбандар аша беҙҙең ата – олатайҙарыбыҙ донъяны яулап алырға хыялланған фашизмды еңделәр, киләсәк быуынға тыныс тормош бүләк иттеләр. Дәрес аҙағында уҡыусыларҙың иғтибарына “Ленинград блокадаһы” тураһында фильм тәҡдим ителде.