Ҡошсоҡтарын йыйҙы мәктәбем...
Февраль 11, 2023
Просмотров: 38
Ҡошсоҡтарын йыйҙы мәктәбем...
Ҡыпсаҡ мәктәбендә, 2 йыллыҡ тәнәфестән һуң, йәнә Һабаҡташтар осрашыуы гөрләне. 11 февраль иртәһе саҡырылған ҡунаҡтар: 10, 20, 30, 40, 50 йыллыҡ сығарылыш уҡыусылары, ветеран уҡытыусылар, ҡасандыр ошо мәктәптә эшләп киткән ағай - апайҙар бер-береһе менән ҡосаҡлашып күрешә, хәтирәләр бүлешә ине. Зауыҡ менән биҙәлгән кластар, ыҡсым сәхнә, иғтибарлы ойоштороусылар - былар барыһы ла байрамдың юғары кимәлдә үтеүен тәьмин итте. Теҙгенде ҡыҫҡа тотоп, артыҡ туғарылып китергә бирмәй, һәр сығарылыш уҡыусыларын шәхсән танып белгән алып барыусылар, үҙ эшен оҫта башҡарҙы. Оло быуын зәңгәр томандар артында ҡалған йәшлеген һағынып хисләнде, урта быуын тотанаҡлыҡ өлгөһө күрһәтһә, йәштәр инде йәштәрсә дәрт - дарман менән алдырҙы. Бөтәһенең дә күңелдәр мөлдөрәмә тулы, шатлыҡ - һағыш тойғолары мул, йөрәктәрҙә тик изгелек кенә ине.
Был сағыу байрам ҡабыҙған өмөт осҡонон киләсәктә лә һүндермәй күңелдәрҙә һаҡларға килешеп, 10 йылдан һуң тағы ла йыйылырға ниәт итеп, риза булып таралышты, күрешеп танһыҡтары ҡанмаған Һабаҡташтар.
Тулыраҡ фотоларҙы ошо альбомға инеп ҡарай алаһығыҙ https://vk.com/album-110224643_293780633
Ш.Ғәликәев Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы.