«Зарница – 2023!» хәрби - спорт уйындары старт алды
Февраль 15, 2023
Просмотров: 92
Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Зарница – 2023!» хәрби - спорт уйындары старт алды. Йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы маҡсат итеп ҡуйған был ярыштарҙа мәктәп уҡыусылары ике ротаға бүленеп көс һынашасаҡтар. Кисәге көн "Зарница-2023" аҙналығын асыу тантанаһы, шахмат һәм хоккей уйыны менән башланып китте. Бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы уйындар.
Алда әле роталарҙы ҡыҙыҡлыраҡ һәм көсөргәнешле уйындар көтә.
Барыһына ла уңыштар теләйек!
Алда әле роталарҙы ҡыҙыҡлыраҡ һәм көсөргәнешле уйындар көтә.
Барыһына ла уңыштар теләйек!