"Афғанстан - йөрәк яраһы"

Февраль 15, 2023 Просмотров: 124
Хәрби-патриотик аҙналығы сиктәрендә, Әбделмәмбәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, афған һуғышы ветерандары Алтыншин Әхнәф Әбдразаҡ улы, Ҡасимов Радик Нуритдин улы, Шәмиғолов Йыһанур Булат улы, Усманов Илдар Сабир улы өсөн "Афғанстан - йөрәк яраһы" исемле сара утте. 1979-1989 йылдарҙа Афған Республикаһында хеҙмәттә булған ауылдаштарыбыҙ хеҙмәт йылдары тураһында, үҙҙәренең бөгөнгө көндә кем булыуҙары хаҡында һөйләнеләр, уҡыусылар өсөн фәһемле кәңәштәрен еткерҙеләр. Уҡыусылар һәм тамашасылар сығыштар тәъҫирендә бынан 34 йыл элек булып үткән ваҡиғалар солғанышында ҡалды. Тын да алмай ветерандарҙың һәр һүҙҙәрен йотлоғоп тыңланылар балалар. Кисә барышында уҡыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр концерт номерҙары бүләк иттеләр. Хөрмәтле афғансы-интернационалистар! Һеҙҙе–совет һуғышсыларының Афған еренән сығарылған көнөгөҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Берәүҙең дә һеҙҙең алға ҡуйылған бурыстың намыҫ менән үтәлеүен оноторға һәм уны ҡаралтырға хаҡы юҡ. Ул ваҡытта алған тән һәм йән яраларығыҙ шул мәхшәрле көндәрҙең үткәненә бер иҫтәлек кенә булһын. Улар ҡабаттан яңырмаһын, һуғыш афаты күрмәйенсә, имен донъяларҙа тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын ине.