Зариница - 2023
Февраль 22, 2023
Просмотров: 81
Зарницаның һуңғы ярыш төрө тағы ла ҡыҙыуыраҡ үтте. Был көндө уҡыусылар ҙур түҙемһеҙлек менән көттөләр. Рәсих ағайҙары команда биреү менән, 1-се рота ауылдың бер яғына, 2-се рота икенсе яғына сығып йүгерҙеләр. Маршрут буйынса уларҙы медицина һәм тарих буйынса һорауҙар, миналар эҙләү көтә ине. Һәм иң мөһиме тауға байраҡ артынан менеү. Ике рота ла еңеү өсөн бар көстәрен һалдылар. Уҡыусыларға тик афариндар ғына тейергә ҡала. Артабан да тырыш, сос булып ҡалығыҙ!