Спартакиада 2023

Март 2, 2023 Просмотров: 67
Бөгөн беҙҙә Әбделмәмбәт мәктәбе һәм уның филиалдары, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре өсөн Спартакиада гөрләне. Был спорт байрамын йыл да түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Күмәкләп саңғыла уҙышыу, сәкән һуғыу, өҫтәл теннисы, гир күтәреү, волейбол буйынса һәр кем күңеленә хуш килгән уйын төрөндә маһирлығын күрһәтте, командалар өсөн янып көйҙө.
Береһенә лә сер түгел, ошондай күмәк халыҡ ҡатнашлығында ҙур сара үткәреү коллективтан ойошҡанлыҡ, оҫталыҡ, алдан әҙерлек, тәжрибә, матди-техник база булыуын талап итә. Был йәһәттән, шөкөр, йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Ҡайһы ғына спорт төрөн алма, барыһы ла берҙәй яҡшы үҫешкән. Был мәктәптең электән килгән матур традицияларын әле лә даими үҫтереү, уңышлы дауам итеү һөҙөмтәһе. Физкультура уҡытыусылары, тренерҙарҙың үҙ эшенең фанаттары булыуы, үҙ-ара бер төптән булып эшләй алыуҙары ҙур уңыш. Шулай уҡ, байрам мәлендә барыһын да тәмле ризыҡтары менән ихлас ҡунаҡ итеүсе апайҙарҙың тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән, әммә ныҡ яуаплы хеҙмәтен телгә алмау мөмкин түгел. Улар ысын оҫталар. Өлкәндәрҙән үрнәк алып үҫеп килгән өлкән класс уҡыусылары ла ойоштороу мәлендә, ярыштарҙы хеҙмәтләндереүҙә оло ярҙамсы.
Көтөп алған спорт байрамы үҙ маҡсатына иреште: тынғыһыҙ эш араһында матур ял бүләк итте, үҙ-ара аралашыуға, уйнап - көлөүгә сәбәп булды. Киләсәктә лә ошо кимәлдән тайпылмай, бергә эшләргә, әүҙем тормош алып барырға яҙһын.