"Защитники вперёд" ("Һаҡсы, алға!")
Апрель 19, 2023
Просмотров: 47
Кисә 18 апрель Сибай ҡалаһында "Защитники вперёд" ("Һаҡсы, алға!") Республика конкурсының зона этабы үтте. Бөрйән, Белорет, Сибай, Баймаҡ, Учалы, Йылайыр, Әбйәлил, Межгорье, Хәйбулла ҡала- райондарынан килгән ине командалар.
Беҙҙең район исеменән Әбделмәмбәт мәктәбенең 3-сө һәм 4-се класс уҡыусылары ҡатнашты.
Конкурс шарттары буйынса, командалар үҙҙәренең бар белемдәрен, сослоҡтарын күрһәтергә тейештәр ине. Визитка, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, робот йыйыу, тыуған яҡты өйрәнеү, ориентирлашыу, етәкселәр конкурсы, күҙҙәрҙе ҡаплап лабиринт буйлап төрлө ҙурлыҡтағы туптарҙы йөрөтөү, юл ҡағиҙәләре буйынса белемдәрҙе тикшереү кеүек этаптарҙан торҙо ярыш. Беҙҙең уҡыусылар бар төрҙәрҙе лә яҡшы үттеләр һәм 9 команда араһынан 4-се урын алыуға өлгәштеләр. Тыуған яҡты өйрәнеү һәм юл ҡағиҙәләре буйынса командаға 3-сө урын булһа. Ә етәкселәр конкурсында 2-се урын. Ярыш булғас еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Ә беҙ инде үҙебеҙгә яңы белемдәр туплап, тағы ла нығыраҡ сосораҡ булырға тип маҡсаттар ҡуйып ҡайттыҡ. Афарин уҡыусылар!