БЕҘҘЕКЕЛӘР ҺЫНАТМАНЫЛАР
Апрель 17, 2023
Просмотров: 50
БЕҘҘЕКЕЛӘР ҺЫНАТМАНЫЛАР 
11-се һәм 12-се апрель район мәҙәниәт йортонда сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәрән йөкмәткеле “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр район конкурсы үтте. Конкурс 2 турҙа үтте: I турҙа уҡыусылар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләһә, II турҙа мәктәп командалары халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижади өлгөһө булған эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте.
Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр «Урал батыр» эпосын сәхнәләштереү – район конкурсының төп шарттарының береһе. Уҡыусылар был һынауҙы бик уңышлы үтте. Улар жюри ағзалары һәм иптәштәре алдында сығыш яһап, оҫталыҡтарын күрһәтә алды. Уҡыусылар эпостарҙан өҙөктәр сәхнәләштергән саҡта, һәләттәрен бар яҡлап асып бирҙеләр һәм 2-се урынға лайыҡ булдылар. Афарин, уҡыусылар!