"Яҙ килтергән наҙҙар"
Апрель 16, 2023
Просмотров: 63
Әбделмәмбәт, Бәләкәй Ҡыпсаҡ, Килдеғол, Ҡолғана мәктәбе уҡытыусылары үҙҙәренең һәр эшкә лә маһир икәнлеген һәм берҙәмлеген йәнә бер тапҡыр раҫланы.
"Яҙ килтергән наҙҙар" тип исемләнгән концерт программаһы менән район мәҙәниәт йортонда халыҡты таң ҡалдырып, артабан, ауылдар буйлап гастролдәргә сығып та китте. Һәр ерҙә лә тулы залдар, аншлаг менән көтөп алынған был сәнғәт байрамы ихласлығы, ысын әртистәрҙән ҡалышмай эшләнгән шоу, яңы сағыу таланттары менән айырылып торҙо. Әлбиттә, концерттың төп биҙәге булған "Трактористар" бейеүен халыҡ үтә яратып ҡабул итте, хатта, ошо номерҙы ҡарау өсөн концерттарға ҡабат - ҡабат килеүселәр ҙә бар ине.
Ошо концерт марафонын ойошторған район мәҙәниәт бүлегенә, Ҡыпсаҡ, Килдеғол, Ҡолғана ауылдарының клуб хеҙмәткәрҙәренә һәм, әлбиттә, битараф булмаған тамашасыларға ҙур рәхмәт. Хатта, үҙҙәре концертҡа килә алмай ҡалып та, әммә билет өсөн артығы менән аҡса күсереүселәр булды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо тамашанан йыйылған килем СВО-ла йөрөгән Бөрйән егеттәренә күсереләсәк тип. Һәм бөтәһе 28800 һум аҡса күсерелде лә!
Илгә именлек, тыныс тормош, рух күтәренкелеге насип булһын.