Урал Батыр эпосын яттан һөйләү

Апрель 10, 2023 Просмотров: 145
«Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Әбделмәмбәт мәктәбендә был эпосты яттан һөйләү буйынса район этабына һайлап алыу конкурсы уҙғарылды. Килдеғол, Әбделмәмбәт мәктәптәренән ҡатнаштылар уҡыусылар. Барыһы ла килештереп, урын еренә еткереп ятланылар һәм уҡыусыларға район үҙәгендә үтәсәк ярышта уңыштар теләп ҡалайыҡ! Афариндар!