Асыҡ дәрестәр

Апрель 30, 2023 Просмотров: 140
28 апрель көнө, Әбделмәмбәт мәктәбенең Бәләкәй Ҡыпсаҡ филиалында башланғыс класс уҡытыусыларының сираттағы методик берекмә ултырышы үтте. План менән танышҡандан һуң Земфира Ғәлимйән ҡыҙы "Төплө белем биреү технологиялары" темаһына доклад менән сығыш яһаны. Артабан Гүзәл Вәлит ҡыҙы 2,3,4 кластарҙа математика фәненән асыҡ дәрестәр күрһәтте. Гүзәл Вәлит ҡыҙы дәрес этаптарын эҙмә-эҙлекле бәйләнешле, һәм төрлө-төрлө эш алымдарын ҡулланып ФГОС талаптарына таянып үткәрҙе. Уҡыусылар әүҙем һәм тырыш булыуҙары менән айырылып торҙолар. Хатта өйрәнсектә йөрөгән 1 бала ла математика фәнен яҡшы белә. Дәрес һуңынан уҡыусылар "Ялҡау Шәйдулла" исемле әкиәтте лә сәхнәләштереп күрһәттеләр, афариндар. Дәрестәр тамамланғас фекер алышыу дауам итте. Аҙаҡ инде уҡытыусылар "Сайырсылыҡ" музейына юлландылар. Гүзәл Вәлит ҡыҙы музей менән таныштырҙы, бик күп фәһемле мәғлүмәт бирҙе. Был ултырыштан уҡытыусылар күтәренке кәйеф менән таралыштылар.